Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында таҫмалар менән сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙа

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында таҫмалар менән сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙа

19 апрель көнө Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында башҡорт халҡының милли кейемдәрен тегеү, биҙәү, шулай уҡ төрлө биҙәүестәр эшләү буйынса иҫ киткес талантлы ҡул эштәре оҫтаһы, бик күп күргәҙмәләр дипломанты, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Р.З. Абакова таҫмалар менән сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Уның ярҙамы менән эшләнгән күҙҙең яуын алырлыҡ картиналар һеҙҙең фатирҙы биҙәү өсөн бына тигән интерьер булырға ла, дуҫ-иштәрегеҙгә эксклюзив бүләк тә булырға мөмкин.
Алтын ҡуллы Рима Зәйнулла ҡыҙы үҙенең был оҫталыҡ дәресендә таҫмалар менән сигеүҙең төрлө алымдарын роза сәскәләрен сигеү өлгөһөндә өйрәтергә ниәтләй. 
Оҫталыҡ дәресенең үткәрелеү урыны: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы 28/1, М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы.
Башлана 17.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb