Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Республика көнөнә арнап «ҠАҺЫМ ТҮРӘ» спектаклен тәҡдим итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Республика көнөнә арнап «ҠАҺЫМ ТҮРӘ» спектаклен тәҡдим итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө айҡанлы, 11 октябрь көнө «ҠАҺЫМ ТҮРӘ» (Б. Бикбай, Х. Иргалин, режиссеры Олег Ханов) спектаклен тәҡдим итәсәк. Спектакль 2 сәғәт тә 30 минут бара.

Ҡаһым түрәнең (Ҡаһым Мырҙашев) күп яҡлы һәм ҡатмарлы шәхесе, 1812 йылғы Ватан һуғышында (Ҡаһым түрә һәр береһендә 500 яугир иҫәпләнгән 28 полктың береһен етәкләй) тотҡан урыны, үлемһеҙ батырлығы башҡорт халҡын әлегә саҡлы ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтамай. Тарихи документтарҙа Ҡаһым полкы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Кем ҡулынан һәләк булған батыр? Тыуған илдән алыҫта, сит ерҙәрҙә уға яугир-юлбашсы бурысын үтәргә ниндәй илаһи көс ҡөҙрәт биргән?

Ни өсөн халыҡ йыры «Ҡаһым түрә» әлеге көндә лә популяр? Ваҡиғалар барған осор ғәйәт ҡатмарлы дәүер. Ошондай ҡәтғи шарттарҙа башҡорт яугирҙарын тыуған илгә намыҫлы һәм эскерһеҙ хеҙмәт итергә ниндәй инаныуҙар саҡырған?

Баязит Бикбайҙың тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым Мырҙашев хаҡындағы әҫәренә заманса яңғыраш биргән драматург – Хәмит Иргалин пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль геройҙары ошо һәм башҡа бик күп һоруҙарға яуап эҙләй һәм таба.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb