Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса режиссер Азат Нәҙерғолов сәхнәгә сығарған "Эҙләнем, бәғерем, һине..." спектакле "Беүә: аралашыу киңлеге" Халыҡ-ара фестиваленә саҡырылды.
Был фестиваль Татарстан Республикаһында икенсе тапҡыр үткәрелә. Тәүгеһенең статусы Бөтә Рәсәй фестивале булһа, ағымдағы йылда сарала Швейцария, Эстония, Италия, Монголия, Белорус, Ҡаҙағстандан һәм Рәсәйҙең төбәктәренән театрҙар ҡатнаша. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Эҙләнем, бәғерем, һине..." спектаклен фестиваль өсөн сараның программа директоры, театр тәнҡитсеһе Нияз Иғламов, махсус Өфөгә килеп ҡарап, һайлап алды.
Фестиваль 15-24 майҙа Беүә ҡалаһында үтәсәк.