Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «ДЖУТ» (Һуңғы йәйләү) спектакленә акция ойоштора

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «ДЖУТ» (Һуңғы йәйләү) спектакленә акция ойоштора

Иртәгә-4 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «ДЖУТ» (Һуңғы йәйләү) спектакленә акция ойоштора. Олжас Жанайдаровтың бәләкәй сәхнәлә үтәсәк «ДЖУТ» (Һуңғы йәйләү) спектакленә барлыҡ урындарға ла билет хаҡы  ни бары 150 һум тора.

Сығышы менән Ҡаҙағстандан булған Олжас Жанайдаровтың был пьесаһы 35 йәшлек кенә Рәсәй драматургын ғәйәт билдәле иткән әҫәр. Уны күп ерҙә ҡуялар. 6 пьесаһы араһынан «Джут» (Йот) документаль драмаһы, әҫәрҙә 30 - сы йылдарҙа Ҡаҙағстанда барған ваҡиғалар һүрәтләнгәнгә күрә, тәү нәүбәттә, Ҡаҙағстан театрҙары иғтибарын йәлеп итә. Автор күптән йот хаҡында яҙырға теләгән, сөнки бөгөнгө әҙәбиәттә был темаға мөрәжәғәт итеүселәр юҡ дәрәжәһендә. «Джут» хәҙер Ҡаҙағстан сиктәрен үтеп Рәсәйҙә лә ҡуйыла. Мәҫәлән, Мәскәүҙең ART и ШОК театрында сәхнәләштерелде. Башҡорт академия драма театры спектакле был исемлектең  дауамы.
«Джут» документаль драмаһында бер үк ваҡытта ике төрлө ваҡиға һүрәтләнә. Береһе - бөгөнгө көндә Мәскәүҙә, шул аслыҡты башынан үткәргән Әхмәттең ейәне Ербол менән Мәскәү журналисы Ленаның осрашыуы. Икенсеһе – 1930 йылдарға, Әхмәт менән Сәүленең аслыҡ афәтен кисергән тормошона, Ҡаҙағстан тарафтарына алып китә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb