Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейында әлеге ваҡытта үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй. Ул бер нисә өлөштән тора һәм әҙиптең ижади эшмәкәрлеген, әҫәрҙәренең өйрәнелеү тарихын яҡтырта.
Экспозицияла М.Ғафуриҙың төрлө йылдарҙа, төрлө телдә донъя күргән китаптары, ҙур популярлыҡ яулаған әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин. Айырым кәштәләрҙә шағирҙың ижадын өйрәнеүселәрҙең хеҙмәттәре күрһәтелгән.
Музейға килеүселәр бигерәк тә М.Ғафуриҙың үҙ ҡулы менән теркәгән яҙмаларҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай, сөнки уларҙа танылған әҙиптең бармаҡ эҙҙәре генә түгел, тарих та сағыла кеүек. Әйткәндәй, был ҡулъяҙмалар араһында әлегәсә өйрәнелмәгән һәм ташҡа баҫылмағандары ла бар. Был иһә экспонаттарҙың әһәмиәтен тағы ла күтәрә, һәм киләсәктә улар М.Ғафури ижадын өйрәнеүселәрҙә, әҙәбиәт белгестәрендә ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип ышанғы килә.
Күргәҙмә менән танышырға теләүселәр М.Ғафури мемориаль йорт-музейына рәхим итһен.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28/1. Белешмәләр өсөн телефон: 272-65-65.