Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Мөбәрәковтарҙың театр династияһы” күргәҙмәһе декабрҙең уртаһына тиклем дауам итә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 12 октябрь 2016
“Мөбәрәковтарҙың театр династияһы” күргәҙмәһе декабрҙең уртаһына тиклем дауам итә
Күргәҙмә 27 сентябрь көнө үҙ ишектәрен асты. Башҡортостан Республика Башлығы грантына ярашлы асылған был күргәҙмә 1000-гә яҡын кешене ҡабул итеп тә өлгөргән.
Күргәҙмәлә Мөбәрәковтарҙың ғаилә фоторәсемдәре, документтары, шәхси әйберҙәре, һирәк эскпонаттар (Белорет районының Ассы ауылындағы А.Мөбәрәков исемендәге музейынан) тәҡдим ителгән.
Проект авторы һәм кураторы-М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музей мөдире Азалия Балғазина.
Театр сәнғәте тарихында, әйтеп үтергә кәрәк, театр династияһына бағышлап ойошторолған бындай күргәҙмә тәүгеләрҙән һанала.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың 80 йәшлек юбилейына арнала...
Мөбәрәковтар... Бына икенсе быуат инде ошо фамилия һоҡланыу һәм хөрмәт уята: Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Гөлли Мөбәрәкова. Бер-береһе менән бәйле ижади яҙмыштар Башҡортостандың театр йылъяҙмаһында яҡты ваҡиғалар һаҡлай.
Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы Мөбәрәков (1908-1977) актер, режиссер, драматург, театр йәмғиәт эшмәкәре, профессиональ актерҙар быуынының беренсе вәкиле.
Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова (1915-1997) актриса, шағирә, тәржемәсе.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова (1936), актриса, режиссер, уҡытыусы. Күренекле быуынды лайыҡлы дауам иттереүсе Арыҫлан Мөбәрәков һәм Рәғиҙә Янбулатованың ҡыҙы ул.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, күргәҙмә М.Ғафури исемендәге БДАДТ-ның 2-се ҡатында үтә. Спектаклдәр башланыр алдынан, йә антракт мәлендә күргәҙмәне ҡарау мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ ошо телефон аша 8(347) 2738027 алдан заявка бирә алаһығыҙ.
Күргәҙмә декабрҙең урталарына тиклем дауам итә.
Күргәҙмә асыу тантаһынан фото ҡарарға теләүселәр өсөн юллама
https://www.facebook.com/mirkulturarb/photos/?tab=album&album_id=1184117311647296
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө