М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бер юлы дүрт премьера әҙерләй

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бер юлы дүрт премьера әҙерләй

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 102-се ижад миҙгелен сентябрь айында уҡ асты. Әлеге ваҡытта репетиция залдарында бер юлы дүрт спектакль премьераға әҙерләнә, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.

Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов Зифа Ҡадырованың «Яраларың менән яратырмын» әҫәре өҫтөндә эшләй. Зифа Ҡадырова тыумышы менән Учалы районының Ахун ауылынан. 1978 йылда яҙыусы Яр Саллыға күсеп китә һәм әлеге ваҡытта ла шунда йәшәй һәм ижад итә. Зифа Ҡадырованың әҫәрҙәре буйынса Өфө «Нур» татар театрында һәм Татарстандың күп кенә - Камал, Әлмәт, Беүә, Яр Саллы һ.б. театрҙарында спектаклдәр ҡуйылған. «ТНВ» телеканалы Зифа Ҡадырова повесы буйынса сериал төшөргән. Башдрамда премьера ғинуар айына планлаштырыла.

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов Алексей Дударевтың «Эңер төшкәс» драмаһы буйынса спектакль әҙерләй. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Илсөйәр Ғәзетдинова һәм Олег Закирович үҙе ҡатнаша. Спектаклдең премьераһы театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә ҡуйыу планлаштырыла. Премьера көнө 10, 11 декабрҙә.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты деканы, режиссер Зиннур Сөләймәнов иһә Ризаитдин Фәхретдиновтың «Әсмә» әҫәре өҫтөндә эшләй. Был әҫәрҙең сәхнә версияһын драматург Шәүрә Шәкүрова әҙерләй. Спектаклдең премьераһы киләһе йылдың февраль айына планлаштырылған.

Шулай уҡ Башдрам бөтөнләй яңы һәм мөһим социаль проект әҙерләй. Йәш режиссер Илшат Мөхөтдинов Виктория Емелеваның «РАС-сказы» исемле документаль пьесаһы буйынса аутистик спектры боҙолған балаларҙың ата-әсәләре һәм был хәлде ҡабул итеү тәжрибәһе тураһында спектакль өҫтөндә эшләй. Пьеса «Любимовка» драматургия фестиваль-конкурсында билдәләп үтелде һәм фестивалдең шорт-лисына эләкте. Мәскәүҙә әлеге фестиваль сиктәрендә был пьесаның читкаһы үтте.

Башҡорт театрының сәхнә версияһы өсөн Виктория Емелева аутист балалары булған башҡорт ғаиләләре менән аралашҡан. Спектакль ике телдә – урыҫ һәм башҡорт телдәрендә барасаҡ. Спектаклдең премьераһы 2, 3 декабрҙә үтәсәк. Әйткәндәй, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры спектаклдәренә билеттарҙы «Пушкин картаһы» ярҙамында театр сайтында һатып ала алырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb