М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Рәсәй буйлап гастролгә йыйына. Ул мәҙәни усаҡтың һәм республиканың 100 йыллыҡ юбилейҙарына арнала. Мәскәү, Ҡазан, Санкт-Петербург, Улан-Удэ, Ырымбур тамашасылары Гүзәл Яхинаның "Зөләйха күҙҙәрен аса", Мөхәмәтша Буранғоловтың "Шәүрәкәй" һәм йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Хыялға ҡаршы" спектаклен ҡарай аласаҡ. Әйткәндәй, балалар йортонда тәрбиәләнгән етемдәр тормошон сағылдырған "Хыялға ҡаршы" спектакле илебеҙҙең шаҡтай төбәктәрендә күрһәтелеп, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.
"Хыялға ҡаршы" - бөгөнгө көндә иң популяр спектаклдәрҙең береһе. 2016 йылда Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сэргэ» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: "Иң яҡшы актер ансамбле" һәм "Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн" номинацияларында.
Әҙәм балаһы бер ваҡытта ла йәмғиәттән тыш йәшәй алмай. Йәмғиәт тәрбиәләй, йәшәү ҡанундарын билдәләй. Хатта атай-әсәйһеҙ һәм ғаиләһеҙ ҡалған хәлдә - уға яңы ғаилә табып бирә. Тап бына шундай осраҡ тураһында ла инде спектаклдең темаһы. Хөкүмәт тәрбиәһе аҫтына алынып та үҙҙәрен яҡлауһыҙ тойған балалар, уларҙың күңел кисерештәре, яҙмыштары тарафынан ҡыйырһытылыуы һәм барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ хыялдарына тоғро ҡалып, уның артынан барыуҙары тураһында был сәхнә әҫәре.