М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Аҡмулла диктанты» халыҡ-ара мәғрифәт акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Сара быйыл бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл тулыуға, «Аҡмулла» журналының 110 йыллығына, шулай уҡ Башҡорт тарихы йылына арнап уҙғарыла.
«Аҡмулла диктанты»ның маҡсат — республикала, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә Аҡмулланың ижадын популярлаштырыу, киң йәмәғәтселек иғтибарын туған телде, әҙәбиәтте, фольклорҙы, мәҙәниәтте, Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә йүнәлтеү.
Сарала 10 декабрҙән 12-һенә тиклем онлайн тәртибендә https://bashdict.ru сайтына инеп ҡатнашырға мөмкин. Унда 30 тест күнегеүе бирелгән, эште башҡарыу өсөн бүленгән ваҡыт — бер сәғәт. Һорауҙар Мифтахетдин Аҡмулланың, уның замандаштарының тормошона, ижадына, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, Башҡортостан тарихына ҡағыла.
Диктантта ҡатнашҡандарға шунда уҡ сертификат биреләсәк.