Уңған ҡулдар, дәртле аяҡтар һәм батыр йөрәктең кешегә ни өсөн кәрәклеге тураһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында әкиәт әҙерләйҙәр. Премьера 11 ноябрҙә уҙасаҡ.
“Бер тигәс тә, ни булыр?
Уңған ҡулдарың булыр!
Ике тигәс, ни булыр?
Дәртле аяғың булыр!
Өс тигәс тә, ни булыр?
Батыр йөрәгең булыр!”–
ти Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың “Арба” әкиәте.
“Дөрөҫөрәге – бер әкиәт эсендә өс әкиәт ул. Режиссер Зиннур Сөләймәнов театрҙың башҡорт труппаһы актерҙарын репетиция залына көн һайын йыйып ала ла, балалар баҡсаһындағы кеүек уйындар уйната, бейетә, йырлата. Бына шундай күңелле лә, әкәмәтле лә, мауыҡтырғыс һәм файҙалы әкиәт әҙерләнеп ята театрҙа”, - тип һөйләне спектаклгә әҙерлек тураһында театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина.
Әкиәт өсөн көйҙәрҙе композитор Диляра Ғәбитова ижад иткән, ә дәртле бейеүҙәрҙе хореограф Александр Родионов һалған.
Спектаклде иртәнге сәғәт 11-ҙә һәм көндөҙгө 1-ҙә ҡарарға мөмкин.
Билеттар театр кассаһында һәм http://teatrnmt.ru/afisha/ сайтында.
Белешмә өсөн телефон: (347) 286-59-05.