М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” спектакленең премьераһы үтте

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” спектакленең премьераһы үтте

Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһының беренсе романы буйынса “Кәмһетелгәндәр” спектакленең премьераһы булды. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөсәлим Күлбаев. 

Апалы-һеңлеле Емеш (Зарема Сәйетмәмәтова), Йәнеш (Элина Гусева), Бибеш (Светлана Бронникова) – әҫәрҙең төп геройҙары. Актри­саларҙың шул заман шаң­дауын, бала күңелен тойоп уйнауы һоҡландыра. Ҡыҙҙарҙың атаһы Байгилдене һынландырған Салауат Нурисламовтың уйыны ла ышандыра – уға ҡарайһың да ярлылығы арҡаһында мөмкинлеге сикләнгән, ерһеҙ йонсоған, балалары өсөн үҙәге өҙөлгән, илдәге үҙгәрештәргә лә битараф ҡала алмаған, яңы ҡатыны Сәрбиямал­ға ла ярарға тырышып, ҡырҡҡа ярылған шул дәһшәтле ваҡыттар­ҙағы ирҙең хәсрәтен тойғандай булаһың.  Карина Фәтхиеваның Сәрбияал ролендә сағыу образ тыуҙыра алды. Үгәй әсә – Зәйнәб Биише­ваның трило­гияһында иң яһил, иң кире геройҙар­ҙың береһе. Әҫәрҙе уҡыу менән, ул елле кәүҙәле, киң яурынлы, тупаҫ йөҙлө ҡатын булып күҙ алдына баҫа.

Сая, тура һүҙле, ҡыйыу, алсаҡ, изге күңелле Сәлимәкәйҙе Аида Күлбаева башҡарһа, батыр, ғәҙел, халҡының яҡты киләсәге өсөн йәнен-тәнен аямаған Хамматты Вадим Ҡылысов уйнаны.  Бибеш менән Хисбулланың ғаилә тарихы ла ҡыҙыҡлы: йәшләй генә көсләп кейәүгә бирелгән Бибеш тәүҙә бейеме тарафынан ҡыйырһытылып йәшәй, Хисбулла менән дә аралары тейешле юлға төшкәнсе ярайһы уҡ ваҡыт үтә. Әммә тора-бара улар араһында бер-береһенә иғтибар, ихтирам арҡылы һөйөү хистәре ярала. Бибеш ейән табып биргәс, Таибә лә килененә мөнәсәбәтен үҙгәртә. Романда һүрәтләнгән ваҡиғалар­ҙың барыһы ла һыйған спектаклгә. Хисбулла ролендәге Заһир Ярул­линға, Таибәне уйнаған Альбина Кашановаға оҫталыҡтары өсөн афарин тип кенә әйтергә ҡала. Иштуғандың (Дмитрий Гусев) яныу-ярһыуҙары, уның дуҫы Әхәт (Евгений Лопатин) менән революцияны ҡуш ҡуллап ҡаршы алыуҙары, Айһылыу (Иванна Калмыкова) менән мөхәббәте, ауыл йәштәре менән бергәләп Муллаға (Марат Сәйфуллин) ҡаршы тороу­ҙары киҫкен ваҡиғалар аша ма­уыҡ­тырғыс итеп һынландырылған. Һатыбал (Азат Маликов), Әхмәт­ша (Рәмзил Сәлмәнов) кеүек кире геройҙар спектаклгә, руссалап әйткәндә, “борос” өҫтәп ебәрҙе, әҫәрҙең төп идеяһының береһе яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшен тулыраҡ һынландырырға ярҙам итте. Өммөкәйҙе уйнаған Гөлшат Ғайсина спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе төп көс булып торҙо. Уның моңло тауыш менән баш­ҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡарыуы тамашаны мәғәнәүи яҡтан тулы­ландырҙы, башҡорт халҡы­ның ул ваҡыттағы ғөрөф-ғәҙәттәрен сәхнәләштерергә ярҙам итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb