М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында балалар ижады конкурсына йомғаҡ яһалды

М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында балалар ижады конкурсына йомғаҡ яһалды

М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында Халыҡ-ара балалар ижады конкурсына тәҡдим ителгән иң яҡшы эштәр экспозицияһы асылды. Ирекмәндәр йылына арналған күркәм ижади бәйгелә Баҡалы районының йәш рәссамдары уңыш ҡаҙанды. Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Денис Шадрин — II, Алһыу Гөлөмова III дәрәжә лауреат исемдәрен яуланы. Арина Сәйфуллина, Анастасия Никандрова, Эмма Макасян конкурс дипломанттары булыу бәхетенә өлгәште.

 Йәш рәссамдарҙың барыһы ла Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы дипломдары менән бүләкләнде. Иң яҡшы эштәр иллюстарциялы каталогҡа индереләсәк. Баҡалылар йәш таланттар менән ысын күңелдән ғорурлана ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb