Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Антон Чеховтың «Дядя Ваня» пьесаһы буйынса спектакль өҫтөндә эш башланы.
Был проект Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән М. Шкетан исемендәге Мари милли театрының уртаҡ ижади эше буласаҡ. Уларға Рәсәйҙең халыҡ артисы, Александра театры президенты Валерий Фокин етәкселегендәге Рәсәй Милли театрҙар ассоциацияһы булышлыҡ итә.
Техник кәңәшмәлә режиссер Степан Пектеев һәм ҡуйыусы рәссам Катерина Андреева спектаклдең төп мәғәнәһе, шулай уҡ үҙенсәлекле мөхит булдырырға ярҙам итәсәк биҙәлеш һәм костюмдар хаҡында һөйләнеләр.
Премьера март уртаһында көтөлә. Спектаклдә башҡорт сәхнәһе йондоҙҙары Алмас Әмиров, Милена Сираева, Илүзә Күсәбаева, Лилиә Ғәлина, Эльвира Юнысова, Азат Вәлитов, Руслан Хайсаров, Илсур Байымов, Гүзәл Маликова һәм Минзәлә Хәйруллина ҡатнаша. Музыкаль биҙәлеш өсөн композитор Евгений Роднянский яуаплы.
Һуңғы тапҡыр «Дядя Ваня» пьесаһы буйынса спектакль был театрҙа 1954 йылда ҡуйылған, режиссеры Шәүрә Мортазина булған.
Фотолар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан алынды.