М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры пластик спектакль ҡуясаҡ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры пластик спектакль ҡуясаҡ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңы ижад миҙгелендә яңы проект - пластик спектакль әҙерләй.  Ул Николай Крашенинниковтың "Амеля" романы буйынса ҡуйыла. 

Романда тол ҡалған профессор ҡатында, дворяндар йортонда тәрбиәләнгән йәтим башҡорт ҡыҙының яҙмышы һүрәтләнә. 

Күренеште пластик эссе тип билдәләргә була. Хәрәкәттәр, бейеүҙәр, күҙ ҡарашы, ҡул хәрәкәттәре - барыһы бергә ҡушылып синтетик жанрҙы барлыҡҡа килә. Спектаклде сәхнәгә ҡуйырға артистарҙың бар яҡтан да мөмкинселеге бар, тип иҫәпләй режиссер Айрат Абушахманов. Спектаклгә музыканы Санкт-Петербург ҡалаһынан композитор Олег Гудачев ижад иткән. Спектакль оркестр музыкаһы менән байытыласаҡ, шулай уҡ унда башҡорт йырҙары яңғыраясаҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb