М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мәскәүгә гастролгә йыйына

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мәскәүгә гастролгә йыйына

Быйыл февралдә Мәскәүҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре көтөлә. Ул республикабыҙҙың һәм театрҙың үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына арнала. 4 – 6 февралдә Пушкин исемендәге театрҙың төп сәхнәһендә “Зөләйха күҙҙәрен аса”, “Шәүрәкәй”, “Хыялға ҡаршы” спектаклдәре күрһәтеләсәк. Мәғлүм булыуынса, улар үҙебеҙҙә ҙур уңыш менән бара.  Гастролде бөтөн коллектив ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша менән тамамлау ҡаралған. Бар спектаклдәр башҡортса буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb