М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 2015 йыл һөҙөмтәләре

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 2015 йыл һөҙөмтәләре

Яңы спектаклдәр
Үткән йылда 7 яңы спектакль сәхнәгә сыҡты: Б.Бикбай һәм Х.Ирғалиндың «Ҡаһым түрә» драмаһы, Ж.-Б.Мольерҙың «Һаран» комедияһы, Э.Йәһүҙиндың «Йүгер, Харис, йүгер» комедияһы, М.Бағаевтың «»Ике төш драмаһы, А.Волковтың «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» әкиәте, О.Жанайдаровтың «Һуңғы йәйләү» («Джут») спектакле, Ҡол Ғәлиҙең Ю.Сафиуллин инсценировкаһында «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәте.

Ҡаҙаныштар, еңеүҙәр
Йыл уңышлы башланып китте. Театрҙың «Ҡол Ғәли әҫәре буйынса «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәтен сәхнәгә сығарыу» ижади пректы Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Әйтергә кәрәк, был еңеү тәүгеһе түгел, республика Башлығы грантын яулауға инде өсөнсө йыл ойошторолған конкурста театрҙың хатта өсөнсө тапҡыр еңеүе. Республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровҡа, Рәсәй Мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаты театрҙың модельеры Әйүп Зиннуровҡа еткерелде. Йәш артистар – Ирада Фазлаева, Руслан Хайсаров, Урал Әминов Шәйхзада Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр рәтенә индерелде. Профессор, театр белгесе С.Ғ.Кусимованың «Гөлли Мөбәрәкова. Ижады һәм тормошо» китабы Төркмәнстандағы Х Халыҡ-ара китап йәрмикәһендә иң яҡшыһы тип табылды. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов «Василий Шукшин» миҙалы менән бүләкләнде. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең иң престиж театраль премияһы - «Алтын битлек»кә 5 номинацияла ҡатнашты.

Фестивалдәр, форумдар
Театр режиссеры Илсур Ҡазаҡбаев Рус дәүләт академия драма театрында үткәрелгән Хәҙерге заман драматургияһы ижади лабораторияһында ҡатнашты. А.Кивиряхктың «Әлифбана бер себеш» моноспектакле Бәләкәй формалағы спектаклдәр фестивалендә (Өфө) сығыш яһаны. Театр коллективы йыл һайын үткәрелгән «Веселая кулиса» фестивалендә махсус призға лайыҡ булды. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Ҡазандағы «Нәүрүз» фестивалендә булып ҡайтты, «Мин – ҡатын-ҡыҙ» спектакле Туфан Минуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған декадникта ҡатнашты.

Юбилейҙар, ижад кисәләре
2015 йылда үҙҙәренең юбилейҙарын Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Сөйәрғолов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың халыҡ артисткалары Тәнзилә Хисамова һәм Роза Кәримова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисты Заһир Вәлитов билдәләне. Һуңғыһының юбилей кисәһе 2016 йылдың февраль башына планлаштырылған.

Әҙәбиәт йылы
2015 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Йыл буйына театрҙа ла әҙәби проекттар бойомға ашырылды. Был йыл театрҙа танатаналы рәүештә 29 ғинуарҙа асылды: фойела әҙәби бүлмә ойошторолдо, сәхнәлә - И.Йомағоловтың «Нәркәс» спектакле күрһәтелде. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә «Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың» әҙәби-музыкаль кисә, ике туғандаш республиканың төп театрҙары М.Ғафури ис. Башҡорт һәм Ғ.Камал ис.Татар академия театрҙары артистары ҡатнашлығында «Уйлан кеше» шиғриәт кисәһе, шағирә Гөлфиә Юнысованың «Ғүмер үҙе - серле, моңло...» тип аталған ижад кисәһе үтте. Театр сәхнәһендә «Ижади саҡырыу» тигән акцияның гала-концерты үтте. Әйткәндәй, был акцияла театрҙың 17 артисы һәм музыканты ҡатнашты, ә театрҙың етәксеһе Олег Ханов акцияны башлап ебәрҙе. «Джут» пьесаһының авторы Олжас Жанайдаров менән осрашыу ойошторолдо. «Театр +» проекты сиктәрендә Әҙәби бүлмә үҙ эшен дауам итте. Быйыл уның геройҙары – прозаик Сабир Шәрипов, шағирәләр Гөлнур Яҡупова һәм Гөлсирә Ғиззәтуллина булды. Тамашасылар менән «Джут», «Әлифбанан бер себеш» спектаклдәренән һуң әңгәмәләр ойошторолдо. Миәкә районында Нурия Ирсаева менән, Күгәрсен районында йәш артистар Ирада Фазлаева һәм Руслан Хайсаров менән осрашыуҙар үтте. Театрҙа Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабораторияһы уҙғарылды.

Бөйөк Еңеүгә бағышлап...
Театрҙың барлыҡ сараларында ла яҡтыртылған тағы ла бер мөһим дата – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыуы. Байрам саралары сиктәрендә фронтовик шағирҙар әҫәрҙәре буйынса "Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә» музыкаль кисәһе үтте. Театрҙың сайтында «Бөйөк Еңеүгә 70 йыл» тип аталған махсус рубрика асылды. Унда театрҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең яу юлдарын үткән яҡындары хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлаштыҡ. Театр музейында «Һуғыш тураһында 70 сюжет» тип аталған күргәҙмә асылды.

«Самрау» балалар театр студияһы
Студияла тәрбиәләнеүселәр «Илхан менән Гөлнәзирәнең Яңы йыл мажаралары», «Маугли» спектаклдәрен сәхнәгә сығарҙылар, Еңеүҙең 70 йыллығына арналған театрлаштырылған тамаша күрһәттеләр.

Конкурстар, акциялар
Балаларҙы яҡлау көнөндә театр артистары ҡаланың И.Якутов исемендәге паркында балалар менән бергә уйындар ойошторҙо. Йыл һайын үткәрелә торған матур йола әүрелгән «Театрҙар төнө» акцияһында ике меңгә яҡын тамашасыларға өс спектакль күрәһәттек. Шулай уҡ быйыл «Февраль бурандары» әҙәби конкурс, «Эҫе йәй» һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Башҡорт театры «Илһам» балалар ижады конкурсын ойоштороусыларҙың береһе булды.

Хеҙмәттәшлек
2015 йылда М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйҙы

Театр – сит ил ҡунаҡтарына
Йәй көнө бер аҙна буйына театр ШОС һәм БРИКС илдәре һәм дәүләттәре башлыҡтарының саммитарында ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары өсөн репертуарындағы иң шәп спектаклдәрҙе күрһәтте.

Гастролдәр
Быйыл да театр республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында спектакләдрен күрһәтте: Краснокама, Дүртөйлө, Күгәрсен, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Мәсетле райондарында, Салауат, Күмертау, Ишембай, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында, Силәбе өлкәһендә, Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында гастролдәр үтте. М.Ғафури ис.БАДТ сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры гастроләре уҙҙы.

Юғалтыуҙар. Хәтер кисәләре.
Республика мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн оло юғалтыу, театр өсөн ауыр ҡайғы – ижадташтарыбыҙҙың ваҡытһыҙ донъя ҡуйыуы. 2015 йылда драматург Флорид Бүләков, актриса Әнисә Дилмөхәмәтова, актер Хәмит Яруллин, шағирә Рәсимә Ураҡсина менән хушлаштыҡ. Үтеп барған йылда мәңгеллеккә баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе иҫкә алдыҡ: Зинира Атнабаева, Лек Вәлиев, Туфан Миңнуллин, Рәсимә Ураҡсина, Рәғиҙә Янбулатова, Шамиль Рәхмәтуллиндарҙың хәтер кисәләрен үткәрҙек. Мосолман зыяратында Зинира Атнабаеваның таҡтаташы асылды.

Яңы йыл
Декабрҙә генә балалар өсөн 26 Яңы йыл саралары, шул тиклем үк әкиәттәр – был беҙгә кәртә түгел! Яңы 2016 йылға ла пландар, теләктәр, хыялдар ҙур - яуланаһы үрҙәр, яңы бейеклектәр алда әле!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb