Маэстро, музыка өсөн рәхмәт!

Маэстро, музыка өсөн рәхмәт!

2 март филармонияның Ҙур залында Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә һәм тыуған көнөнә арналған «Маэстроның күңел сере» исемле хәтер кисәһе ойошторолдо. Унда композиторҙың ҡатыны, ҡыҙы, туғандары һәм музыканттың ижадына битараф булмаған тамашасылар йыйылды.
Кисәне композиторҙың ижадташ дуҫы, билдәле режиссер Рөстәм Ғәлиев асып ебәрҙе. Ул Салауат Низаметдиновҡа бағышлап шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе. Сараны алып барыусы, филармонияның музыка белгесе Виктория Симонова Салауат Әхмәҙи улы тураһындағы «Маэстроның күңел сере» исемле китабының авторы. Ул үҙенең иҫтәлектәрен тамашасылар менән дә уртаҡлашты.
Бигерәк тә филармонияның йәш солистары Салауат Низаметдиновтың бығаса бик яңғырамаған йырҙарын моңло һәм сағыу итеп башҡарыуҙары бик ҡыуандырҙы. Республика конкурстары лауреаты Тимур Рамаҙанов башҡарған “Күҙҙәреңдән ҡарап беләм”, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбаловтың - “Бутамағыҙ минең яҙмышымды”, «Ҡарауан» төркөмөнөң солисы Эльмир Әбүбәкировтың - “Һағынырһың” йырҙары тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителде һәм алҡыштарға күмелде.
Беҙ яратҡан һәм хөрмәт иткән режиссер Олег Ханов уҡыған шиғыр юлдары береһен дә битараф ҡалдырманы.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадырова, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев кисәгә тағы ла абруй өҫтәнеләр.
Финал йыры булып композиторҙың «Күҙҙәремә ҡара-шул да етә» әҫәре бөтә йырсылар һәм тамашасылар башҡарыуында яңғыраны. Һәр ижад кешеһенә иң ҙур баһа - ул халыҡ танылыуылыр, был йәһәттән Салауат Әхмәҙи улының даны бар.... Маэстро, музыка өсөн рәхмәт!

Тулыраҡ...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb