Салауат НИЗАМЕТДИНОВ — республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә, сит тарафтарҙа ла танылыу яулаған шәхес. Ул бөтә ғүмерен музыкаға арнай: опера һәм симфония, хор һәм романс кеүек төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Эстрада йырҙары, спектаклдәргә, документаль һәм нәфис фильмдарға музыка яҙа.
Тыумыштан һуҡыр, күп балалы шахтер ғаиләһендә үҫкән ябай ауыл малайы билдәле башҡорт композиторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге , «Филантроп» халыҡ-ара конкурсының тәүге премияһы, Дмитрий Шостакович исемендәге премиялар лауреаты.
Салауат Низаметдинов - тормош һәм мөхәббәт йырсыһы. Заман рухын һәм кеше күңелен һиҙгер тойған һәләтле композитор республиканың музыка мәҙәниәтен үҫтереү өсөн күпте эшләй.
“Күҙ нурым”, “Күҙҙәремә ҡара”, “Ялан сәскәләре”, “Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм”... Был йырҙарҙы белмәгән, йырламаған кеше юҡ республикабыҙҙа.
Салауат Низаметдинов үҙенең ижадында, уҡыусыларында, балаларында, уны яратыусыларҙың хәтерендә йәшәй. Композиторҙың йырҙарын башҡаралар һәм тыңлайҙар икән, ул үлемһеҙ.
2 мартта, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Салауат Низаметдиновҡа арналған хәтер кисәһе үтә. Концертта филармонияның билдәле йырсылары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Улар Салауат Әхмәҙей улының йырҙарын һәм романстарын башҡарасаҡ.