Ике тиҫтә йыл элек Сибай ҡалаһы хакимиәте башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы быйыл да киң майҙан йыйҙы. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән, мәшһүр йыраусылары менән дан тотҡан, илаһи моңдарыбыҙҙың иң гүзәл өлгөләре һаҡланған аҫаба төйәк йәнә гөрләп торҙо.
Шарттарға ярашлы, конкурста 35 йәшкә тиклемге 88 кеше ҡатнашты. Уларҙың 11-е – профессиональ йырсылар, 30-ы – үҙешмәкәрҙәр, 47-һе – балалар. Бәйгеселәр республикабыҙҙың 12 районынан, дүрт ҡалаһынан, Силәбе, Свердловск өлкәләренән килгәйне.