Максим Черкасов: «Әйҙә уйнайыҡ» фестивале яңы кимәлгә сыҡты

Максим Черкасов: «Әйҙә уйнайыҡ» фестивале яңы кимәлгә сыҡты

Өфөлә «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивале барышында «Киләсәк өсөн уйын: сәнәғәт милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә нисек булышлыҡ итә» тигән пленар дискуссияһы уҙҙы. Түбәнге Новгород өлкәһенең сәнәғәт, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Максим Черкасов сессияла ҡатнашыусыларҙың береһе булды.

Журналистар менән аралашҡанда Максим Валерьевич сараның ҙурлығын баһаланы һәм балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты:

«"Әйҙә, уйнарға!" фестиваленең тәүгеһе менән сағыштырғанда, бөгөн ул икенсе төрлөрәк, - тип билдәләне ул. - Атап әйткәндә, географияһы киңәйгән. Тәүге тапҡыр бында нигеҙҙә Башҡортостан предприятиелары булһа, бөгөн иһә башҡа төбәктәрҙән дә балалар тауарҙары етештереүсе предприятиелар әүҙем ҡатнаша. Сара бөтөнләй яңы кимәлгә сыҡты. Был Рәсәйҙә балалар тауарҙары индустрияһын бер урынға туплаған, ҡаҙаныштарыбыҙҙы күрһәткән берҙән-бер форум. Беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ, һәм хәҙер темптарҙы арттыра барырға - импортты алмаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнергә, сифатлы продукция етештерергә кәрәк».

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb