Ошо көндәрҙә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) яңы китаптары менән таныштырыу сараһы булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының конференц-холына был уңайҙан күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, журналистар, әҙиптең ҡәләмдәштәре, дуҫтары, уның ижадын яратҡандар йыйылды.
Әҙәбиәт йылы яҙыусы өсөн уңышлы үтте: Мәскәүҙә һәм Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уның “Миссия той пассии”, “От смешного до великого”, “Камушек с дыркой” һәм “Заманына күрә көлкөһө” тигән дүрт китабы донъя күрҙе. Ижади ҡаҙаныштары өсөн авторға “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” ла тапшырылды.
Быйыл иһә Мәскәүҙә “Парламент серияһы”нда Марсель Сәлимовтың “Президентский кот” исемле китабы сыҡты. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның яңы баҫмаларының исем туйҙары ҡайҙа ғына үтмәй: Мәскәү, Сочи, Ялта, Габрово, Варна, София… Ә бына Башҡортостан халҡы был ижад емештәре менән әле генә таныша алды.