Мар. Сәлимдең китап байрамы

Мар. Сәлимдең китап байрамы

Ошо көндәрҙә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) яңы китаптары менән таныштырыу сараһы булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының конференц-холына был уңайҙан күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, журналистар, әҙиптең ҡәләмдәштәре, дуҫтары, уның ижадын яратҡандар йыйылды.
Әҙәбиәт йылы яҙыу­сы өсөн уңышлы үтте: Мәскәүҙә һәм Башҡор­тостан “Китап” нәшриә­тендә уның “Миссия той пассии”, “От смешного до великого”, “Камушек с дыркой” һәм “Заманына күрә көлкөһө” тигән дүрт китабы донъя күрҙе. Ижади ҡаҙаныш­тары өсөн авторға “Рәсәйҙең алтын ҡау­рыйы” ла тапшырылды.
Быйыл иһә Мәскәүҙә “Парламент серия­һы”нда Марсель Сәли­мовтың “Президентский кот” исемле китабы сыҡты. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның яңы баҫмалары­ның исем туйҙары ҡайҙа ғына үтмәй: Мәскәү, Сочи, Ялта, Габрово, Варна, София… Ә бына Башҡортостан халҡы был ижад емештәре менән әле генә таныша алды.

Тулыраҡ...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb