Марсель Ҡотоев «Ұлы Дала дауысы» радиофестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Марсель Ҡотоев «Ұлы Дала дауысы» радиофестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев «Ұлы Дала дауысы» («Бөйөк даланың тауышы») IV Халыҡ-ара радиофестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Ул «Ана туралы жыр» ҡаҙаҡ халыҡ йырын башҡарып, «Яңы исем» номинацияһында тәүге урынға сыҡты.

28 сентябрҙә «Казмедиа орталығы» киноконцерт залында фестивалдең гала-концерты була. «Ұлы дала дауысы» ІV Халыҡ-ара радиофестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын «Ҡаҙағстан» милли каналында ҡарарға мөмкин.

«Ұлы Дала дауысы» радиофестивале — Ҡаҙағстан радиоһы проекты. Был музыка аша дәүләт телен пропагандалаусы тәүге радиофестиваль. Сара 2012 йылдан алып уҙғарыла. Положениеға ярашлы, ҡатнашыусылар ҡаҙаҡ йырын йә иһә ҡаҙаҡ телендә үҙ халҡының йырын башҡарырға тейеш. Радио тыңлаусылар конкурстың сайтында  еңеүселәрҙе билдәләне. Быйыл тауыш биреүселәр һаны бер миллиондан ашты, һәм ике аҙна дауамында финалға сыҡҡан призерҙар асыҡланды. Ҡаҙағстан, Төркиә, Рәсәй, Украина һәм Белоруссиянан 60 йырсы ҡатнашты. Улар араһынан 16 еңеүсе һайланды.


Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/899694/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb