29 - 31 мартта Өфө ҡалаһының “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале үҙ ишектәрен асасаҡ.
Фестиваль дүртенсе йыл рәттән үткәрелеп килә. Сараны ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт Министрлығы, “Рәсәйҙең халыҡ сәнғәт кәсебе” Ассоциацияһы, “Башҡортостандың халыҡ сәнғәт кәсебе” Ассоциацияһы, Башҡорт күргәҙмә компанияһы. Шулай уҡ күргәҙмә РФ сәнәғәт һәм сауҙа Министрлығы булышлығында уҙғарыла.
Фестиваль халыҡ кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, сувенир һәм бүләктәр эшләүҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола.
Халыҡ оҫталарының кәсебен тергеҙеү, таратыу маҡсатынан ойошторолған фестиваль өс көн дауамында барасаҡ. Республиканан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә килгән һөнәрмәндәр бер-береһе менән аралашып, кәңәшләшеп, әйберҙәрен һатыуға сығарыу мәсьәләһе буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Сара халыҡтарҙың этник мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, халыҡ кәсептәре тауарҙарын эске һәм тышҡы баҙарҙа һатыу маҡсаттарын да үҙ эсенә ала. Биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталары, кәсепселәр, сувенир етештереүселәр, рәссамдар, галеристар, профилле уҡыу йорттары ҡатнашыуы көтөлә. Күргәҙмәгә сит илдең төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусы вәкилдәр буласаҡ.
Йыл һайын күргәҙмәлә республикабыҙҙың бик күп райондарынан һәм ҡалаларынан оҫта ҡуллы һөнәрмәндәр ҡул эштәрен тәҡдим итә.
Күргәҙмә художестволы сүкеү, сәйлән үреү, селтәр бәйләү, кейеҙ баҫыу, халыҡ костюмы, мозаика, витраждар, быяланан, ағастан, металдан, таштан, тиренән яһалған художестволы әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала.
Быйылғы фестивалдә лә һәр йылдағыса селтәр үреү, ҡорама тегеү, халыҡ ҡурсаҡтарын яһау, көршәксе эше, ағас һырлау, маркетри, декупаж, туҡыманы биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған.