Башҡортостан Милли музейында “Хәтирәләр селтәре” күргәҙмәһе дауам итә.
Селтәр күргәҙмәһе музейҙың үҙенсәлекле шөғөлгә бағышланған тәүге проекттарының береһе.
Рәсәй оҫталарының эштәре менән таныштырыу һәм селтәрҙең һуңғы 150 йылдағы тарихын сағылдырыу-күргәҙмәнең төп маҡсаттарының береһе.
Күргәҙмәлә боронғо ҡул эштәре, заманса әйберҙәр ҙә урын алған. Улар араһында ирланд техникаһы буйынса эшләнгәндәре лә, энә менән бәйләнгәндәре лә бар. Күргәҙмәне гүзәл заттар бик яратып ҡабул итә, ябай ҡулдар тыуҙырған матурлыҡты күрергә теләһәгеҙ - “Хәтирәләр селтәре” күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ.
Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Петербург миҙгелдәре» проекты сиктәрендә Леонид Цхэҙың «Неопетербург» күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Санкт-Петербург Художество академияһын тамамлаусы билдәле рәссам Леонид Цхэ ошо уҡ уҡыу йортонда студеттарға белем бирә.
Өфөләге күргәҙмәлә Леонид Цхэҙың 10 график эше ҡуйылған. Картиналарҙа көндәлек тормоштағы образдар, ҡала хаҡында тарих, арт-тәнҡит менән танышырға мөмкин.
ВДНХ-ЭКСПО комплексында асылған ««Етәксе ҡатын-ҡыҙ йөҙө» исемле фотокүргәҙмә асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Күргәҙмәлә власть органдарында эшләүсе министрҙар,төбәк идара ойошмаларын етәкләүселәр, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм ҡала советы депутаттары, сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың портреттары ҡуйылған.
Фотоһүрәттәрҙә күргәҙмәһе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова , Рузалия Хисмәтуллина, Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рима Үтәшева, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре директоры Зөһрә Исмәғилева, Өфө ҡала Советы депутаты, «Бөтә Өфө» телекомпанияһы директоры Алина Сөләймәнова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.