Март аҙағында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале үтәсәк

Март аҙағында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар”  күргәҙмә-фестивале үтәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 29 - 31 мартта Өфө ҡалаһының  “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар”  күргәҙмә-фестивале үтәсәк.

Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов тейешле рәсми күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ сараны ойоштороу комитеты составы раҫланды.


Күргәҙмәне ойоштороусылар – БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт Министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Сауҙа һәм һатып алыусылар хоҡуғын яҡлаусы дәүләт комитеты.


Фестиваль халыҡ кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, сувенир һәм бүләктәр эшләүҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола.

Халыҡ оҫталарының кәсебен тергеҙеү, таратыу маҡсатынан ойошторолған фестиваль өс көн дауамында барасаҡ. Республиканан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә килгән һөнәрмәндәр бер-береһе менән аралашып, кәңәшләшеп, әйберҙәрен һатыуға сығарыу мәсьәләһе буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

Сара халыҡтарҙың этник мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, халыҡ кәсептәре тауарҙарын эске һәм тышҡы баҙарҙа һатыу маҡсаттарын да үҙ эсенә ала. Биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталары, кәсепселәр, сувенир етештереүселәр, рәссамдар, галеристар, профилле уҡыу йорттары ҡатнашыуы көтөлә. Күргәҙмәгә сит илдең төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусы вәкилдәр буласаҡ.

Йыл һайын күргәҙмәлә республикабыҙҙың бик күп  райондарынан һәм ҡалаларынан оҫта ҡуллы һөнәрмәндәр ҡул эштәрен тәҡдим итә.

Күргәҙмә художестволы сүкеү, сәйлән үреү, селтәр бәйләү, кейеҙ баҫыу, халыҡ костюмы, мозаика, витраждар, быяланан, ағастан, металдан, таштан, тиренән яһалған художестволы әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb