Март башында «Өс таған» фильмы прокатҡа сыға

Март башында «Өс таған» фильмы прокатҡа сыға

4 мартта Башҡортостан кинотеатрҙарында «Өс таған» фильмы киң прокатҡа сыға. Был хаҡта картинаның режиссеры Айнур Асҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Фильм “Асҡарфильм” киностудияһы тарафынан БР Хөкүмәте, БР мәҙәниәт министрлығы һәм Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә төшөрөлдө. 2019 йылда, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡты байрам итеү сиктәрендә фильмдың ябыҡ премьераһы булды.

Төпкөл башҡорт ауылы малайҙары тураһында кинокартина Рәсәйһәм халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә бик күп наградалар яулап өлгөрҙө.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb