Масленица- славян халыҡтарының борондан билдәләнгән байрамы. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ете көн дауамында үткәрелә.
Өфө ҡалаһы Ленин районында Масленицаға бәйле саралар ике урында үтәсәк:
16 февраль, 15.00 сәғәттә, «Тулҡын» скверы алдындағы майҙансыҡта;
17 февраль, 16 сәғәттә, «Нижегородец» стадионында.
Байрам программаһында күңелле конкурстар, турнирҙар, уйындар, ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡаралған. Майҙансыҡтарҙа шулай уҡ ҡоймаҡтар һәм эҫе сәй һатыу нөктәләре ойоштороласаҡ.