Башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре кеүек үк журналистар ҙа йыл аҙағында эшләнгән эштәрен барлай, иң яҡшыларҙы асыҡлай. Ошо маҡсатта быйыл да, 15 декабрҙә Өфөлә, “Версаль” ресторанында, инде йолаға әүерелгән Матбуғат балы-2016 уҙғарыласаҡ. Матбуғат балында Башҡортостандың иң яҡшы журналистары билдәләнәсәк.
Йыл һайын үткәрелеп килгән был проектта федераль, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары, корпоратив баҫмалар вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство, предприятие һәм компанияларҙың матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә. Журналистар «Иҡтисад һәм финанс», «Сәйәсәт һәм йәмғиәт», «Мәҙәниәт һәм сәнғәт», «Социаль яҡлау», «Мәғариф», «Спорт һәм сәләмәт тормош», «Һаулыҡ һәм экология», «Сәнәғәт һәм инвестициялар», «Атайсал» кеүек төп номинацияларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге ала.
Шулай уҡ Эксперттар советы — «Предприятиеның иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Иң яҡшы корпоратив баҫма», «Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы бит», республиканың киң мәғлүмәт саралары иһә үҙ хеҙмәткәрҙәре араһынан «Йыл журналисы» исеменә кандидаттар күрһәтәсәк.
Еңеүселәрҙе асыҡлау «Йыл журналисы» номинацияларында, шулай уҡ «Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы бит», «Предприятиеның иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Мәғлүмәттәр йәһәтенән иң асыҡ компания», «Иң яҡшы корпоратив баҫма» номинацияларында кандидаттар vote.imkufa.ru сайтында он-лайн тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк. 1 декабрҙән алып 8-нә тиклем яратҡан журналисығыҙ өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ!
«Матбуғат балы» нда ҡатнашыусыларға өҫтәмә дәрт һәм илһам юлдаш булһын!
Гүзәл Багаева