Матбуғат балы -2016 иң яҡшы журналистарҙы билдәләне

Матбуғат балы -2016 иң яҡшы журналистарҙы билдәләне

Башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре кеүек үк журналистар ҙа йыл аҙағында эшләнгән эштәрен барлай, иң яҡшыларҙы асыҡлай. Ошо маҡсатта быйыл да, 15 декабрҙә Өфөлә, “Версаль” ресторанында, инде йолаға әүерелгән Матбуғат балы-2016 уҙғарылды. Матбуғат балында Башҡортостандың иң яҡшы журналистары билдәләнде. «Йыл журналисы» исеменә “Юлдаш” радиоһынан Зөһрә Арсаева лайыҡ булды.

 «Рәсәй гәзите» хеҙмәткәре Ольга Горюноваға  “Иҡтисад һәм финанс” номинацияһы тапшырылды.  «Рампа. Культура Башкортостана» журналы мөхәррире  Игорь Тонконогий – «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» номинацияһында еңеүсе, тип табылды.

 «Аргументы и Факты» гәзитенән Светлана Истомина «Һаулыҡ һәм  экология»,  «Республика Башкортостан» гәзитенән  Галина Тряскина «Социаль яҡлау» номинацияларына лайыҡ булдылар.

 «Мәғариф» номинацияһы «БСТ» каналынан Рәмзиә Кәримова-Байбулатоваға  тапшырылды.

 «Спорт » номинацияһында  «Туймазинский вестник» хәбәрсеһе Анфиса Аитова , “Ҡыҙыл таң” гәзитенән Илдар Фәзлетдинов  «Сәйәсәт һәм йәмғиәт», «Көйөргәҙе»  район гәзите хәбәрсеһе Нияра Кашапова  «Атайсал» номинациялары менән бүләкләнделәр.

Иң яҡшы матбуғат хеҙмәте исеменә «Башнефть»  ойошмаһы баһаланды, «Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы бит» исеменә “Йәшлек” гәзите билдәләнде. Йыл һайын үткәрелеп килгән был проектта федераль, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары, корпоратив баҫмалар вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство, предприятие һәм компанияларҙың матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Автор: Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb