Башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре кеүек үк журналистар ҙа йыл аҙағында эшләнгән эштәрен барлай, иң яҡшыларҙы асыҡлай. Ошо маҡсатта быйыл да, 15 декабрҙә Өфөлә, “Версаль” комплексында, инде йолаға әүерелгән Матбуғат балы-2017 уҙғарыла.
«Был журналистарға аралашыу, уҙып барған йылға йомғаҡ яһау, быйыл яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәргә рәхмәт белдереү өсөн шәп мөмкинлек. Министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, матбуғат хеҙмәттәре лә һәйбәт эшләгән журналистарҙы билдәләйәсәк», — тип хәбәр итә сара ойоштороусылар.
Йыл һайын үткәрелеп килгән был проектта федераль, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары, корпоратив баҫмалар вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство, предприятие һәм компанияларҙың матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.
Тиҙҙән «Матбуғат балы» алдынан тауыш биреү асыла: журналистар берләшмәһе байрамдың төп наградаһы — «Йыл журналисы» исеменә лайыҡ кешене һайлаясаҡ.
Ентекле мәғлүмәт менән Башҡортостандың Матбуғат агентлығы, Журналистар союзы сайттарында һәм https://vk.com/balpressy танышырға мөмкин.