Салауат дәүләт башҡорт драма театры өсөн 83-сө ижад миҙгеле уңышлы тамамланы. Актерҙар Ренат Ибәтуллинға, Мирас Йомағужинға һәм Рәмзиә Ғәйнуллинаға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ, Ибраһим Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары!” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Майя роле өсөн Рәмзиә Мәҡсүтова, Шәүрә Шәкүрованың “Оляның бәхете” (“Олюшкино счастье”) пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ольга роле өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәүфилә Яҡупова йыл актерҙары тип иғлан ителде. Иң яҡшы актерҙарға 1993 йылдан аҡсалата премия тапшырыла.
Салауат театры сираттағы миҙгелде “Ерҙәштәр” спектакленең премьераһы менән япты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы буйынса спектаклде Мәскәү режиссеры Антон Федоров ҡуйҙы.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2015 – 2016 йылғы миҙгелдә салауаттар Ханты-Манси автономиялы округында һәм Силәбе өлкәһендә гастролдә булған. Йәмғеһе 177 спектакль ҡуйылған, шул иҫәптән өс яңы спектаклдең икәүһе — федераль грант аҡсаһына. Театр яҡшы йолаға әйләнгән проекттарын да дауам иткән. Улар иҫәбенә “Театр — инвалид балаларға”, “Театр төнө” инә. Салауат дәүләт башҡорт драма театры ҡарамағындағы “Арлекин” студияһына йөрөгән балалар “Таланттар планетаһы” халыҡ-ара фестиваль-конкурсында лауреат булған.