Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Дала һулышы» күргәҙмәһе бара

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Дала һулышы» күргәҙмәһе бара

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының “Ижад” күргәҙмә залында – “Дала һулышы” исемле графика, скульптура, биҙәү сәнғәте әйберҙәренән торған экспозиция асылды. Башҡортостандың 100 йылға арнап үткәрелгән ижади бәйгелә илдең төрлө төбәктәренән 800-ҙән ашыу рәссам ҡатнаша.а һулышы» экспозицияһы күрһәтелә

“Ижад“ күргәҙмә залынан кеше өҙөлмәй. Мәңгелек темаларҙы яҡтыртҡан, халҡыбыҙ тарихын сағылдырған экспозиция сәнғәт һөйөүселәрҙе быуаттар төпкөлөнә, рухи ысынбарлыҡҡа алып ҡайта. Тәүге залда күҙ яуын алырлыҡ селтәр, икенсеһендә ағастан эшләнгән башҡорт ҡатыны һыны, өсөнсөһөндә кейеҙ паннолар урын алған.

Күргәҙмәлә Краснодар, Себер, Ямал-ненец автоном округында йәшәүсе башҡа милләт авторҙарының эштәре менән дә танышырға мөмкин. Сит өлкәләрҙән ҡатнашыусы конкурсанттар араһында башҡорттарҙың тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен махсус өйрәнеүселәр булған. Туғыҙ тиҫтәнән ашыу ижади эш, еңеүсе, тип табылғандан һуң, музей фондын тулыландырған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb