Башҡорт дәүләт художество музейында төрлө скульптура, гравюра, графикалар, ҡыҙыл ағастан яһалған мебель, барлығы 60-тан ашыу экспонат менән танышырға мөмкин. Милли эстетиканы күрһәткән фарфор һауыт-һабалар ҙа айырым иғтибарға лайыҡ. Төрлө стилдәрҙәге декор, орнаменттар һалыуҙа ҡулланылған техник ысулдарҙың дүрт быуатлыҡ тарихы бар. Фарфор әйберҙәрҙең тыуған яғы тип Хидзен провинцияһында урынлашҡан Арита ҡалаһы иҫәпләнә.
Музейҙа һаҡланған был материалдар япон милләтенең 17 быуаттан алып бөгөнгәсә булған мәҙәни мираҫына арналған. Күләмле ҡул эштәре Өфөгә 1920-40-сы йылдарҙа илдең башҡа музей фондтарынан килтерелә, шәхси коллекцияларҙан йыйылғандары ла күп. 16 апрелгә тиклем дауам итәсәк күргәҙмәгә япон оҫталарының һалҡын ҡоралы - тати церемониал ҡылысы ла ҡуйылған. 20-cе быуат башына ҡараған ҡорал башлыса императорҙар ихаталарында ойошторолған төрлө парадтарҙа ҡулланылған, ҡиммәтле бүләк булараҡ та тәҡдим ителгән.
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/