Милли фильмдар беҙҙе тәрбиәләй

Милли фильмдар беҙҙе тәрбиәләй
Бөгөн “Родина” кинотеатрында «Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале сиктәрендә Башҡорт киноһы көнө үтте.

Халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә юғары баһаланған анимацион, нәфис һәм документаль кинотаҫмалар көн дауамында барҙы. “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән башҡорт кинофильмдары конкурс программаһынан тыш күрһәтелде.

Тамашасы булараҡ бөгөн миңә тәрән уйҙарҙан арынып, рәхәтләнеп көлөргә лә тура килде. Билдәле режиссер Рим Шәрәфетдиновтың “Ни пуха, ни пера”, “Как появились Луна и Уральские горы”, “Реквием”, “Супер 8” йәнһүрәттәрен ҡарағас, “Беҙҙекеләр бынамын тигән йәнһүрәт оҫталары ла икән!” тигән ҡыуаныслы тойғо уянды миндә.

Талантлы режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме” документаль фильмында, ысынлап та, тәрән йөкмәтке ята. “Был фильм – белем, мәғлүмәт диңгеҙе! “Диңгеҙгә төшөрөүен-төшөрҙө лә, сығара алырмы?” тигән хәүеф тә тыуҙы башта. Алып сығыу ғынамы! Автор талғын ғына, ышандырырлыҡ тауыш менән тотош оло хеҙмәт яҙырлыҡ мәғлүмәтте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бәйән итте. Фильм авторы кейем аша тотош халыҡ тарихын асты.

Хаҡ әйтелгән һүҙҙәр: “Көндәлек кейемебеҙҙә милли элементтарҙы сағылдырырға, халҡыбыҙҙың донъя таң ҡалырлыҡ маһирлығы менән ғорурланып йәшәргә кәрәк бит беҙгә!”

Кешене өмөт тойғоһо йәшәтә. Өҙөлмәй ҡалған бер һары япраҡ хәле ауырайған ҡартты түшәктән торғоҙоп ебәрә! Режиссер Роман Пожидаев менән сценарий авторы Зөһрә Бураҡаеваның “Япраҡ” исемле ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы ошо хаҡта бәйән итә. Кеше күңелендә өмөт тигән көслө тойғоно уятыу, йәшәргә дәрт биреү өсөн ейәненең олатаһын шул тиклем ныҡ яратыуы һәм йәшәткеһе килеүе арҡаһында уйлап тапҡан балаларса хәйләһе – һары япраҡ осоп төшмәһен тип, елем менән йәбештереп ҡуйыуы хаҡында был нәфис фильм.

Маһир актерыбыҙ Хәмит Яруллиндың уйнауы ныҡ тетрәндерҙе лә, ышандырҙы ла, фәһем дә бирҙе. Кескәй булыуына ҡарамаҫтан, Хәмит ҡарттың ейәне булып уйнаған Алсын Ғәлиевтең дә үҙ ролен еткереп, оҫта башҡарыуы хайран ҡалдырҙы. Олатай ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин. Был уның кинолағы һуңғы роле. Фильмды төшөргән саҡта уҡ ул ҡаты ауырый, тик йөкмәтке менән яҙмышында уртаҡлыҡ барлығын белгәс ролдән баш тартмай.

Зөһрә Бураҡаева фильмдың сценарийын Америка яҙыусыһы О.Генри хикәйәһенә таянып яҙған.Ул өс миҙгелдә Бөрйән районы Кейекбай ауылында төшөрөлгән. Хәмит Яруллиндың йәш сағын М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Урал Әминев уйнай. Илһам ролендә уның туғаны. Режиссерҙың был диплом эше. Тәрән йөкмәткеле һәм образлы һынландыра белеүен кино тәнҡитселәре юғары баһалаған.

Һәр фестиваль урындағы милли кинематографияны үҫтереүгә булышлыҡ итеренә ышанайыҡ.

Шулай итеп, бөгөнгө көндә башҡорт киноһыә үҫешә, донъя кимәленә күтәрелә, милли колоритлы фильмдар халыҡ-ара фестивалдәрҙә призлы урындар яулай.

Гүзәл Багаева


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb