Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры солистарының тамашаһы уҙҙы

Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры солистарының тамашаһы уҙҙы

10 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының кесе залында “Оркестр солисы” концерты үтте. Музыканттар оркестр оҙатыуында яңғыҙ, дуэт һәм ансамбль менән сығыш яһаны. Был көндө оркестрға дирижер Ринат Мөхәмәтйәнов идара итте.

Артистарға үҙҙәрен оркестрҙан тыш һынап ҡарарға ярҙам иткән проект бер нисә йыл элек барлыҡҡа килгән. 2018 йылда коллектив ошоға оҡшаш концерт ҡуйған.

“Айырым сығыш яһау һөнәри йәһәттән асылырға ярҙам итә. Музыкант оркестрҙа уйнаһа, бер төрлө тойғо кисерә, ә айырым сығыш яһаһа, бөтөнләй икенсе кисерештәр тыуа, тамашасы һәм коллектив алдында яуаплылығы арта”, – тигән фекерҙә Ринат Мөхәмәтйәнов.

Концерт башҡорт халыҡ көйө “Урал” менән асылды. Уны БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров ҡурайҙа оркестр оҙатыуында башҡарҙы.

Кисә премьераларға бай булды. Тәүге тапҡыр киң йәмәғәтселеккә данлыҡлы композитор Нур Дауытовтың “Сәскә атҡан рауза” (“Цветущая роза”) әҫәре уйнап ишеттерелде. Уны Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Светлана Гребёнкина аккордеонда башҡарҙы.

Шулай уҡ тамашасылар беренселәрҙән булып Петр Чайковскийҙың “Русский танец” әҫәрен ҡыл-ҡубыҙ башҡарыуында ишетте. Солист Алиса Яҡшыдәүләтова уңышлы сығышы менән боронғо уйын ҡоралының яңы мөмкинлектәрен күрһәтте һәм көслө алҡыштарға өлгәште. Әйткәндәй, был әҫәр скрипка өсөн яҙылған.

Айрат Ҡарасов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле көслө уйыны менән тотош залды тын ҡалдырҙы. Егеттәр “Ҡазан алған марш” тигән башҡорт халыҡ көйөн уйнаны.

Бай концерт программаһын оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры Линар Дәүләтбаевтың сығышы йомғаҡланы. Ул Виктор Гридиндың “Цыганская рапсодия”һын баянда уйнаны.

Тамашасылар концерттан ҡәнәғәт ҡалды, артистарҙы сәхнәнән ебәрергә теләмәне. Оркестр, залдың һорауы буйынса, дәртле башҡорт көйҙәрен уйнап хушлашты.

Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры солистарының тамашаһы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb