Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Ҙур гастролдәр» («Беҙ - Рәсәй!») федераль программаһында ҡатнашыу өсөн саҡырылған Рәсәйҙең өс алдынғы оркестры иҫәбенә инде. Программа сиктәрендә коллектив Курск, Төмән, Ижевск, Чебоксар, Яр Саллы, Ҡазан, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙа сығыш яһаясаҡ.
«Ҙур гастролдәр»ҙән тыш, оркестр «Мәҙәниәт» милли проекты программаһы буйынса фестивалдәргә әҙерләнә. Тиҙҙән, 2022 йылдың 26-28 апрелендә, оркестр Новосибирскиҙа «Себер ҡылдары» халыҡ-ара халыҡ уйын ҡоралдары оркестрҙары фестивалендә сығыш яһай. Фестиваль сиктәрендә Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Новосибирск дәүләт филармонияһында концерт ҡуясаҡ, унда башҡорт көйҙәре һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Музыкаль батлда Бүрәт Республикаһының «Байкал» рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән көс һынашасаҡ, һуңынан оркестрҙар бер нисә әҫәрҙе, шул иҫәптән башҡорт көйҙәрен, бергә башҡарасаҡ. Шулай уҡ Новосибирск музыка колледжы уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк һәм йәш музыканттарҙы башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырасаҡ.
Бынан тыш, 2022 йылдың ноябрендә оркестр Красноярскиҙа Милли халыҡ музыка ҡоралдары профессиональ оркестрҙары фестивалендә ҡатнаша.