Милли йәштәр театрында "Атай" спектакленең премьераһы үтте

Милли йәштәр театрында "Атай" спектакленең премьераһы үтте

25 ғинуарҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Максим Горький әҫәре буйынса "Атай" спектакленең премьераһы үтте. Яҙыусы "Һуңғылар" ("Последние") пьесаһын 1907-1908 йылдарҙа яҙған. Автор уны тәүҙә "Атай" ("Отец") тип атаған, ләкин әҫәр өҫтөндә эшләгән ваҡытта ул исем "Һуңғылар" булып үҙгәртелгән. Театр уны тәүге исеме менән сәхнәгә сығарҙы.

Әҫәрҙең төп темаһы бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған – атайҙар һәм балалар мөнәсәбәте.

Спектакль өҫтөндә Санкт-Петербургтан килгән ҡуйыусы төркөм эшләне: режиссер – Денис Хөснийәров; ҡуйыусы рәссам – Александр Мохов; костюмдар буйынса рәссам – Мария Лукка; яҡтыртыу буйынса рәссам – Игорь Фомин. 

Спектаклде ҡуйыусыларҙың уйынса, тәүге рәт тамашасылары сәхнәлә урынлашты, ә персонаждар тамашасылар залынан уҡ күренде. Аудиторияға арҡаһы менән беренсе рәттә торған, йырҙар йырлаған һәм геройҙар диалогына комментарий биргән Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина башҡарыуында Федосьяның образы ла ғәҙәти булмаған хәл ителә.

Спектакль «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында тормошҡа ашырылды.

Бөгөн 26 ғинуарҙа спектакль тағы ла сәхнәгә ҡуйыла. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb