Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған саралар уҙасаҡ

Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған саралар уҙасаҡ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең тыуған көнөн йыл һайын оло байрам итеп уҙғарыу – матур традицияға әйләнгән. Сөнки күпме йылдар үтһә лә, театрҙа бик сағыу һәм йылы, ымһындырғыс һәм етди Мостай мөхите йәшәй. Тамашасы уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәргә бик ихлас йөрөй.

19, 20 октябрҙә театрҙың ҙур залында “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль тап әҙиптең тыуған көнөнә арнала.

20 октябрь шулай уҡ интернет селтәрендәге театрҙың үҙ майҙансыҡтарында көн буйы әҙиптең шиғырҙары, әҫәрҙәренән өҙөктәр, йырҙар яңғыраясаҡ.

21 октябрь иһә театрҙың ҙур залында “Аҡ мөғжизә” спектаклен тәҡдим ителә. Фойела, театрҙың музейында Мостай Кәрим ижадына, тормошона арналған күргәҙмәләр менән танышыу мөмкинлеге лә бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb