Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы XXXII ижад миҙгелен асты

Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы XXXII ижад миҙгелен асты

БР-ҙың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры XXXII ижад миҙгелен башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” әҫәре буйынса ҡуйылған романтик драма менән асты. Режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин.

Хисле драмала Юлдыбай менән Гөлзифаның саф мөхәббәте бәйән ителә. Йәштәр бала саҡтарында йәрәштерелгән була, тик ҡыҙҙы Ханнан тигән уҫал байға бирергә йыйыналар. Төп ролдәрҙе БР-ҙың атҡаҙанған артисы Илгиз Таһиров менән актриса Лилиә Исҡужина башҡарҙы. Ханнандың кире образын БР-ҙың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов оҫта һынландырҙы.

Тамашала башҡорт халҡының туй йолалары бар матурлығында һүрәтләнә. Спектакль өсөн зауыҡлы костюмдар тегелгән, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен яһауҙа заманса технологиялар ҡулланылған. Костюмдар рәссам Айгөл Байрамғолованың эскиздары буйынса тегелгән. Сағыу биҙәлеш өҫтөндә ҡуйыусы рәссам Даян Теүәлев эшләгән.

“Башҡорт туйы” бейеү, йыр һәм таҡмаҡ менән һуғарылған, шулай уҡ сеңләү яңғырай. Көйҙө БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин ижад иткән, бейеүҙәрҙе БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова һалған.

Спектаклдән һуң тамашасы артистарҙы сәхнәнән ебәрергә теләмәне, көслө алҡыштар менән ҡабат-ҡабат саҡырып сығарҙы.

Театрҙың баш режиссеры БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов тамашасыларҙы сәләмләне һәм коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Рөстәм Милләт улының әйтеүенсә, театр яңы миҙгелде ҙур пландар менән ҡаршылай.

«Бер нисә фестивалгә заявка ебәрҙек, саҡырыуҙар көтәбеҙ. Ноябрҙә башҡорт труппаһында Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаеваларҙың “Арба” әкиәте премьераһы көтөлә, режиссеры - Зиннур Сөләймәнов. Декабрҙә, һәр ваҡыттағыса, рус һәм башҡорт труппалары Яңы йылға арналған өр-яңы тамашалар тәҡдим итер. Республикабыҙҙың ауыл һәм ҡалалары  буйлап сығыштар дауам итә», - ти баш режиссер.

Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы XXXII ижад миҙгелен асты
Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы XXXII ижад миҙгелен асты
Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы XXXII ижад миҙгелен асты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb