Милли йәштәр театры 31-се ижад миҙгелен аса

Милли йәштәр театры 31-се ижад миҙгелен аса

2, 3 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры уҙған 30-сы юбилей миҙгеленә йомғаҡ яһап, 31 -се ижад миҙгелен аса.

Театр өсөн 30 йыл - үҙенә күрә һығымталар яһап, уңыштарҙы барлап, алға яңы маҡсаттар ҡуйыр мәл. 1989 йылда Йәш тамашасы театры булып асылған мәҙәниәт усағы бөгөн үҙенә хас репертуарлы, үҙйүнәлешле коллектив булыуы менән танылды. Театр сәхнәһендә рус классиктары, төрлө телле милли авторҙарҙың төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре ҡуйыла.

2 октябрь уҙасаҡ миҙгел асыу сараһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ҡуйылған Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәм “Үлмәҫбай” поэмаһы буйынса "Үлмәҫбай" спектакле премьераһы тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ. Инценировка авторы - БР-ҙың Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, ҡуйыусы рәссам- Лилиә Хисмәтуллина, яҡтыртыу буйынса рәссам -Евгений Лисицын, тамашаны көйҙәре менән композитор Владислав Савватеев биҙәне.

3 октябрь яңы ижад миҙгелен асыу тамашаһын театрҙың рус труппаһы Г. Белых һәм Л. Пантелеевтың "Республика ШКИД" спектакле дауам итәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb