Милли йәштәр театры 31-се ижад миҙгелен йомғаҡланы

Милли йәштәр театры 31-се ижад миҙгелен йомғаҡланы

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 31-се ижад миҙгелен тамамланы, ошо уңайҙан актерҙар спектаклдәрҙән өҙөк һәм концерт номерҙары күрһәтте. Быйылғы ижад миҙгелендә күп кенә премьералар үтте. Тамашасыларға иң оҡшағандарының береһе – ул «Үлмәҫбай», «Аҡ мөғжизә» һәм «Ғашиҡтар көнө» спектаклдәре, тип билдәләй театр хеҙмәткәрҙәре.

Миҙгел барышында театр артистары инклюзив спектакль менән сығыш яһап «Иҙел буйы әкиәте» төбәк-ара фестивалдә номинация еңеүсеһе тип табылды. Ә «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектакле Йошкар-Олала уҙған «Дуҫлыҡ күпере» халыҡ-ара фестивале лауреаты тип танылды.

Еңеүҙәр бының менән генә сикләнмәй. Театр актерҙары ижады республика кимәлендә баһаланып, 6-һы Башҡортостандың халыҡ һәм 10-һы атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Шулай уҡ коллективтың 5 хеҙмәткәренә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ә инде костюмдар буйынса рәссам Юлиә Ғиләжеваға республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Киләһе ижад миҙгелендә репертуарҙы балалар өсөн әкиәттәр һөм комедиялар менән байытыу күҙаллана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb