Милли йәштәр театры байрам марафонын башланы

Милли йәштәр театры байрам марафонын башланы

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 18 декабрҙә Лилиә Исҡужинаның "Оҙонғолаҡтың яңы йыл мажаралары" әкиәте менән Яңы йыл марафоны башланды.

19 декабрҙә рус труппаһы тамашасыларға В.Гауфтың "Холодное сердце" балалар һәм өлкәндәр өсөн яңы йыл әкиәте премьераһын тәҡдим итте.

Марафон көндәрендә бик күп ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс Яңы йыл әкиәттәрен килеп ҡарарға мөмкин. Тамашалар башланыр алдынан һәр көн театр фойеһында сағыу биҙәлгән байрам шыршыһын уратып уйындар уйнау, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм бик күп әкиәттәр геройҙары менән танышыу, улар менән фотоға төшөү мөмкинселеге лә бар.

Байрам марафоны киләһе йылдың 8 ғинуарына, каникулдар аҙағына тиклем дауам итәсәк. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb