Милли йәштәр театры «Башҡорт туйы» спектаклен сәхнәләштерә

Милли йәштәр театры «Башҡорт туйы» спектаклен сәхнәләштерә

Республиканың 100 йыллығына һәм Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға ҡарата Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Башҡорт туйы» спектаклен сәхнәләштерә. Премьера 18 һәм 19 апрель көндәренә тәғәйенләнгән.

Ҡуйыусы режиссер – Азат Йыһаншин, ҡуйыусы рәссам – Даян Тувалев, костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова, хореограф – Сулпан Асҡарова, композитор – Илшат Яхин.

Спектаклдә башҡорт һәм рус труппалары артистары: Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Эльмира Саматова, Гөлбинә Сафуанова, Лилиә Исҡужина, Вадим Ҡылысов, Аида Күлбаева, Алтынай Хамматова һәм башҡалар ҡатнаша.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb