Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакле сәхнәләштерелә.
Театр артистары 7 сентябрҙә халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе барышында сығыш яһаясаҡ. Улар Рәсәй төбәктәренән милли әҙәбиәт вәкилдәре булараҡ төп сәхнәлә“Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакленән өҙөктәр ҡуясаҡ.
Башҡортостан театрынан тыш, сара барышында Бүрәт республикаһы артистары ла сығыш яһаясаҡ. Мәскәү ҡалаһында халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе быйыл 30-сы тапҡыр ойошторола.