Халыҡ-ара китап күргәҙмәһе барышында Өфө артистары Мәскәүҙә сығыш яһаны. Милли йәштәр театры труппаһы Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан өҙөктәрҙе күрһәтте. Был сара Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте менән таныштырыу барышында ойошторолдо.
Мәскәүҙә йылдың иң яҡшы китабының исеме асыҡланды. Халыҡ-ара китап күргәҙмәһе барышында конкурс еңеүсеһе- “Йыл китабы” исеменә “Рәсәй халыҡтары хәҙерге шиғриәте антологияһы” лайыҡ булды. Китапта 57 телдә ижад ителгән 229 шағирҙың әҫәрҙәре урын алған. Араларында хәҙерге башҡорт шағирҙары шиғырҙары ла бар.