Милли йәштәр театры гүзәл заттарға “Килә яуа” комедияһын тәҡдим итә

Милли йәштәр театры гүзәл заттарға “Килә яуа” комедияһын тәҡдим итә

7-8 мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан гүзәл заттарға “Килә яуа” комедияһын тәҡдим итә.

Спектакль билдәле йырсы, театр актеры Венер Камаловтың быйылғы юбилейына арналған, ул был сәхнә әҫәрендә төп ролде башҡара һәм тамашасыларға йыр-моң өләшергә йыйына. Тамашала Аида Күлбаева, Венер Камалов, Лилиә Исҡужина, Нәғим Нурғәлин һәм Рәмзил Сәлмәнов ҡатнаша. Килә яуа” өсөн махсус рәүештә йырҙар яҙылған.

Ир затының шифаханала яңғыҙы ял итеүе нимәгә килтереүе мөмкин?Әгәр ҙә шикләнеүе иҫбатланһа, ҡатыны нимә эшләйәсәк?Рәнйегән ҡатындың үс алыуы нимәгә килтерә ала? Был тарих ни менән бөтөүен һеҙ ошо мажаралы комедияны ҡарағас белә алаһығыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb