Милли йәштәр театры Хужа Насретдин тураһында спектакль әҙерләй

Милли йәштәр театры Хужа Насретдин тураһында спектакль әҙерләй

Хужа Насретдин – Урта Азия, Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары фольклорындағы аҡыл эйәһе, тапҡыр һүҙле кеше образы, башҡорт көләмәстәрендә, уйҙырмаларында, мәҙәктәрендә, латифаларында ла сағыла. Хужа Насретдин прототибы тыумышы менән Төркиәнән сыҡҡан ниндәйҙер имам булған, тип раҫлайҙар. Фәҡирҙәрҙе яҡлаусы, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе тора-бара халыҡ юморы кәүҙәләнешенә әүерелеп киткән. 

Тиҙҙән, йәмле май айында, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Л.Соловьевтың «Хужа Насретдин тураһында повесть» дилогияһының тәүге өлөшө буйынса ҡуйылған «Хәйләһеҙ мажаралар»тип аталған спектакль премьераһы көтөлә. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссам – Геннадий Скоморохов (Мәскәү), бейеүҙәрҙе Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлимә Әминева (Ҡазан) һала, трюктар ҡуйыусы – Айҙар Закиров (Мәскәү), композитор – Василий Тонковидов (Һамар), башҡорт теленә тәржемә авторы – БР атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb