Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Фәрит Әхмәҙиевтың (авторҙашы Ольга Мусина) пьесаһы буйынса «Герой йондоҙо» спектакленең репетициялары бара.
Спектакль легендар осоусо, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Премьера 6-7 майҙа буласаҡ.
Легендар осоусының яҙмышы һоҡланғыс. Хәрби юлдың бөтә ауырлыҡтарын үткән Муса Гәрәев бик күп наградалар алған, бер тапҡыр ҙа яраланмаған. 22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған һәм һуғыш тамамланыуға эскадрилья командиры дәрәжәһенә күтәрелгән. Пьеса данлыҡлы штурмовиктың хәтирәләренә таянып яҙылған.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, ҡуйыусы рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева.