Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Йәшәгән, ти...» спектакле менән Сибайға юллана

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Йәшәгән, ти...»  спектакле менән Сибайға юллана

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында 18 һәм 19 апрель көндәре  Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Йәшәгән, ти...»  спектакленең премьераһын тәҡдим итә.

Тамаша М.Ладоның популяр һәм фәһемле пьесаһы буйынса ҡуйыла, режиссеры — БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәҡимов . Спектакль башҡорт труппаһы артистары ҡатнашлығында үтәсәк.

Әҫәр нигеҙендә — бөгөнгө көндө ғәҙәтигә әйләнеп барған ваҡиға: ҡыҙ кеше егетенән бала көтә. Был ҡыҙ хәлле ғаиләнән, егет – күрше байғоштоң улы. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ниндәй ҡарарға килер? Был хәлгә бер кем дә битараф ҡалмай, хатта... йорттағы ҡош-ҡорт та зыҡ ҡубасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb